12:29 (UTC+5), 25 Июня 2019

Республикала йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йәмғиәтте өйрәнеү буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Иң популяр фәндән имтиханды 6,5 мең самаһы ун беренсе класс уҡыусыһы тапшырҙы.
Республика Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дүрт мәктәп: Өфөнөң 161-се лицейы, Салауаттан 18-се мәктәп, Стәрлетамаҡтан 2-се гимназия һәм Өфө районы Дмитриевка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары 100 балл йыйҙы.
Былтыр өс уҡыусы ошо фәндән иң юғары балл алды.
Быға тиклем Башҡортостанда 88 кеше берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙҙы. Географиянан — 3 кеше (уларҙың береһе берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда, 10 кластан һуң тапшырҙы), әҙәбиәттән— 2, профилле математиканан — 18, химиянан — 29, тарихтан — 5, рус теленән — 6, физиканан — 25. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, улар араһында ике тапҡыр 100 балға яҙыусылар бар. Республикала инглиз теленән йөҙ балл алыусылар юҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика