09:05 (UTC+5), 25 Июня 2019

Башҡортостанда I төркөм инвалид баланың ата-әсәһенә түләү күләме 11,5 мең һум тәшкил итә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 июлдән Рәсәй Федерацияһы президенты указына ярашлы инвалид баланың йәки бала саҡтан I төркөм инвалидтың ата-әсәһенә (уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыусыға) йә иһә опекунына (попечителгә) айлыҡ түләүҙең суммаһы ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы 5500 һумдан 10 000 һумға тиклем арттырыла.
Ғариза бирергә кәрәкмәй, тип белдерҙеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһендә. Республикала ошо түләүҙе 11 806 ата-әсә һәм опекун алырға тейеш. Төбәктә уның суммаһы 11 500 һум була.
Аҡса бер эшләмәгән хеҙмәткә һәләтле ата-әсәгә (уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыусыға) йәки опекунға (попечителгә) бөтә тәрбиәләү осорона тәғәйенләнә. Тәрбиәләү осоро страховка стажына индерелә һәм йыл һайын 1,8 пенсия балы өҫтәлә. Был эшләмәгән кешегә страховка пенсияһын алыу өсөн үҙенең пенсия хоҡуҡтарын формалаштырырға мөмкинлек бирә.
Инвалид бала йәки бала саҡтан I төркөм инвалид тәрбиәләгән башҡа кешеләргә лә айлыҡ түләү билдәләнергә мөмкин. Был осраҡта түләүҙең күләме 1 380 һум була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика