06:57 (UTC+5), 25 Июня 2019

Башҡортостан механизаторҙары ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионы исеме өсөн көрәшә

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан механизаторҙары Мордовияла башланған ер һөрөү буйынса VIII Асыҡ Рәсәй чемпионатының һайлап алыу ярыштарында иң көслөһө исеме өсөн көрәшә. Механизаторҙар араһында ойошторолған ил беренселегенә 45 төбәктән ҡатнашыусылар килде.
Башҡортостандан ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында Мәләүез районынан Илдар Ишекәев, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районынан Римир Ғиззәтуллин, Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжын тамамлаған Дарья Тураева ҡатнаша.
Һайлап алыу этаптары йомғаҡтары буйынса иң көслө 10 һабансы финалға сыға. Һәр төбәк иң күп балл йыйған бер дәғүәсене генә күрһәтә ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионаты һөҙөмтәләре 29 июндә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында иғлан ителә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бер йыл элек Суздалдә Мәләүез районынан Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионаты барышында уҙған «Трактор-шоу»ҙа трактор менән идара итеү оҫталығы буйынса иң яҡшыларҙың береһе булды. Ярыш йомғаҡтары буйынса ул дүртенсе урынды алды.
Былтыр Асыҡ Рәсәй чемпионатында илдең 37 төбәгенән 54 механизатор ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика