03:57 (UTC+5), 24 Июня 2019

Радий Хәбиров Стивен Сигалға милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һабантуйҙа танылған Голливуд актеры, хәрби сәнғәт мастеры Стивен Сигалға милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Һабантуй 23 июндә Әбйәлил районында, Асҡар ауылы янында Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында уҙҙы.
Актер һүҙҙәренсә, был «уның элек таныш булмаған берҙән-бер көрәш төрө». Радий Хәбиров уға милли көрәштең бер нисә алымын күрһәтте.
Радий Хабиров үҙенең «Фейсбук»тағы сәхифәһендә яҙыуынса, «Стивен Сигалдың спорт, шул иҫәптән көрәш донъяһында абруйы ҙур. Беҙ уның менән ошо йүнәлеште үҫтереүҙе , шулай уҡ көрәш һарайына бәйле идеяларҙы тикшерәбеҙ. Ул — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус вәкиле. Күп яҡлы шәхестең тағы бер яғы бар — ул республиканы ҙур агросәнәғәт бизнесын башлау варианттарының береһе булараҡ ҡараған инвесторҙар берләшмәһен күрһәтә, шул иҫәптән АҠШ-тан. Эйе, ул бер кемгә лә селфи төшөүҙән һәм интервью биреүҙән баш тартмай, ләкин ул бушҡа ғына беҙҙең менән ҡыҙыҡһынмай. Бер үк ваҡытта уға беҙҙең һабантуйҙарыбыҙ ҙа ныҡ оҡшай», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Һабантуйҙа Башҡортостандың 19 районынан, Рәсәйҙең дүрт төбәгенән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашлығында көрәш буйынса ярыштар уҙҙы. Улар араһында — Рәсәй һәм донъя чемпиондары.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика