12:29 (UTC+5), 24 Июня 2019

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары ҡыҫҡартылмай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына федераль бюджет иҫәбенә 10 191 абитуриент ҡабул ителә, ә киләһе уҡыу йылына бюджет урындары һаны 1073-кә арта. Иң күп өҫтәмә урындар Башҡорт дәүләт университетына — 574, Өфө дәүләт нефть техник университетына — 294, Өфө дәүләт авиация техник университетына бүленә — 185. Ҡыҫҡартыу хаҡында һүҙ бармай.
Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында хөкүмәттең Федераль Йыйылышҡа докладына һылтанма менән мәғариф өлкәһендәге сәйәсәт тураһында мәғлүмәт баҫылды. Белдереүгә ярашлы, 2024 йылға бюджет урындары һаны быйылғы йыл менән сағыштырғанда 17% ҡыҫҡартылырға тейеш (бөгөн улар 518,4 мең). Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитет башлығы Вячеслав Никонов был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Бөгөн илдә 17-нән 30 йәшкә тиклемге 10 мең кешегә 800 урын формулаһы эшләй. Сығарылыш уҡыусыларының артыуы сәбәпле Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһында был һанды арттырырға ниәтләйҙәр. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда был киләһе уҡыу йылында була.
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарындағы ҡабул итеү кампанияһы һәм популяр һөнәрҙәр тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика