07:59 (UTC+5), 24 Июня 2019

Башҡортостанда табиптарға ҡытлыҡ кәмей: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лидер райондарҙы һәм аутсайдерҙарҙы атаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылда Башҡортостанда 230 табип эшкә йәлеп ителгән, уларҙың 80-е — беренсел звено табиптары. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә медицина кадрҙарын йәлеп итеүгә бәйле хәл тураһында һөйләне.
«Өфөнөң 18-се,10-сы дауаханалары, 3-сө, 38-се балалар поликлиникалары, Баймаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы район дауаханалары яҡшы үҫеш күрһәтте. Уларға икенән күберәк табип йәлеп ителде», — тип билдәләне Максим Забелин.
Уның һүҙҙәренсә, Белорет район дауаханаһында, Салауат ҡалаһында, Өфөнөң Дим районы дауаханаһында кире күренеш күҙәтелә — кәмеү өс кешенән ашыу.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү өсөн Башҡортостан райондарында торлаҡ бирелә. Иң яҡшы тәжрибәләр араһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөрө һәм Дәүләкән (етешәр табип), Ғафури (6), Баҡалы (4), Балтас, Мишкә райондарын һәм Октябрьский ҡалаһын (3) билдәләне. Шулай уҡ Бөрйән һәм Әлшәй райондарында ер участкалары бирелгән (өсөшәр белгес).
Оператив кәңәшмәлә республикала йәш белгестәргә торлаҡты ҡуртымға биреү һәм уны артабан һатып алыу мөмкинлеге биргән закондың килешеү стадияһында булыуы әйтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика