14:01 (UTC+5), 20 Июня 2019

Башҡортостанда бер юлы 25 сығарылыш уҡыусыһы физиканан берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйҙы

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 6 июндә уҙған физиканан берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡортостанда был фәндән 4682 кеше һынау тотто, ә 25 сығарылыш уҡыусыһы юғары балл йыйыуға өлгәште.
Мәғариф министрлығынан рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен дә хәбәр иттеләр. Быйыл йөҙ балға яҙыусылар алтау. Имтиханда бөтәһе 18 197 кеше ҡатнашты. Былтыр ошо фәндән 25 кеше юғары балл алғайны.
Шулай итеп, әлеге ваҡытта бер нисә имтихан йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда йөҙ балға яҙылған 88 эш иҫәпләнә. Географиянан — 3 кеше, әҙәбиәттән — 2, профилле математиканан — 18, химиянан — 29, тарихтан — 5, рус теленән — 6, физиканан — 25. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, улар араһында ике тапҡыр йөҙ балл алыусылар бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика