04:00 (UTC+5), 19 Июня 2019

Республиканан 196 мосолман хажға бара

Азамат Мәхмүтов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет етәксеһе Вячеслав Пятков хажды ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
Өфөнән ғәрәп, рус, татар һәм башҡорт телдәрен белгән етәксе менән һәр береһе 49 кешенән торған дүрт төркөм юллана. «Төркиә һауа юлдары» самолеты Истанбулда күсеп ултырғандан һуң диндарҙарҙы Шарджаға, ә унан автобус менән ғибәҙәт ҡылыу урынына алып бара. Осоштар 26, 28, 29, 31 июлдә күҙаллана.
«Болғар-тур» рәсми хаж операторы юлламаһының уртаса хаҡы — 180 мең һум.
Фирманың генераль директоры Ислам Давыдов һүҙҙәренсә, Сәғүд Ғәрәбстанында өҫтәлгән хаҡҡа һалым индерелеүе, ҡунаҡ йыйымының 7,5 процентҡа артыуы сәбәпле 2019 йылда хаж уртаса 250 долларға ҡиммәтләнгән, ә яғыулыҡҡа хаҡтың күтәрелеүе арҡаһында трансфер ҡыйбатланған.
Диндарҙар 20, 22, 23 һәм 25 августа әйләнеп ҡайтырға тейеш.
Сәғүд Ғәрәбстанының Рәсәйгә быйылғы хаж өсөн бүлгән дөйөм квотаһы 20 мең 500 кеше тәшкил итә. Шулай уҡ Рәсәйҙең хаж-миссияһы ғибәҙәт ҡылырға теләүселәрҙең артыуына бәйле биш мең кешегә өҫтәмә квота һораған.
Хажды ойоштороу тарихында тәүге тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә юлланған мосолмандарға шәхси сертификаттар бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика