Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.88
-2.12
94.73
-2.56
62.51
+0.52
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 10:17

Был аҙнала республикала +26 градусҡаса йылыта

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башгидрометүҙәк синоптиктары төбәккә йылы көндәрҙең әйләнеп ҡайтыуы тураһында хәбәр итте. Белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, 20 июнгә Көньяҡ Уралға оҙаҡ көттөргән йәй килә. Кесаҙна көндөҙ һауа +26 градусҡаса йылына.
«Төндә +7,+12, көндөҙ +21,+26 градусҡаса йылыта һәм аҙна аҙағына тиклем йылы һауа торошо һаҡлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал», — тип белдерҙе синоптиктар.
18 июндә Башҡортостанда айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ елдең секундына 17 метрғаса көсәйеүе көтөлә.
Читайте нас