11:16 (UTC+5), 18 Июнь 2019

Әбйәлил районында һабантуй 23 июнгә күсерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Әбйәлил районында һабан байрамы — һабантуй 23 июнгә күсерелде. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тейешле указы Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйылдан башлап республикала һабантуйҙар хәмерһеҙ үткәрелә.
30 майҙа Дәүләт Йыйылышы депутаттары һабантуй көндәрендә, шулай уҡ 27 июндә — Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә — Белем байрамында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.
1 июндә Бөрйән районында 2019 йылғы һабантуйҙарға старт бирелде. Сәсеү эштәренең тамамланыуы уңайынан ойошторолған байрамда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика