06:29 (UTC+5), 17 Июнь 2019

Республика Дәүләт автоинспекцияһы «Бурыслы» операцияһының башланыуы тураһында иғлан итте

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Башҡортостан биләмәһендә 17 июндән «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Сараның төп маҡсаты — транспорт дисциплинаһының кимәлен күтәреү. Был осорҙа инспекторҙар штраф түләмәүселәрҙе асыҡлай һәм закон билдәләгән яуаплылыҡҡа тарттыра.
«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. Түләнмәгән штрафы асыҡланһа, административ материал төҙөлә. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. 2019 йылдың башынан ошондай 6,5 меңдән ашыу водитель яуаплылыҡҡа тарттырылды», — тип хәбәр иттеләр төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Административ штрафты 60 көн эсендә түләмәгән өсөн граждандарға «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса административ материал төҙөлә. Статья икеләтә күләмдәге штрафты, ләкин мең һумдан кәм түгел, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе күҙ уңында тота. Штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика