07:10 (UTC+5), 11 Июня 2019

Өфө 12 июндә өсләтә байрамды хәмерһеҙ билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡартылған эш көнө көтә, ә иртәгә, 12 июндә, ил Рәсәй көнөн билдәләй. Башҡортостандың баш ҡалаһы шулай уҡ 445-се тыуған көнөн һәм Салауат Юлаевтың 265 йыллығын байрам итә. Һабантуй көндәрендә (документтарҙа 12 июнь тап шулай яҙылған) спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһында республика законының үҙ көсөнә инеүенә бәйле, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өс байрамды ла хәмерһеҙ үткәрә.
Иртәгә Өфө агломерацияһы магазиндарында, супермаркеттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яңы законға ярашлы, Башҡортостанда һабантуй көндәрендә, Һуңғы ҡыңғырау байрамында (25 майҙа), Белем көнөндә (1 сентябрҙә) һәм Йәштәр көнөндә (27 июндә) алкоголь һатырға ярамай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика