05:38 (UTC+5), 11 Июня 2019

Башҡортостандың өс университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың ҡабул итеү кампанияһы башланыуға RAEX рейтинг агентлығы, илдең 158 вузынан 50 меңдән ашыу студенттың анкета һорауҙарына яуаптарын тикшергәс, Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто рейтингын иғлан итте. Иң яҡшылар исемлегендә Башҡортостандың өс университеты бар: нефть университеты — 56-сы, медицина университеты — 65-се, авиация университеты 99-сы урында.
Тәүге өсәү уҙған йылдан бирле үҙгәрмәй. Улар — Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү физика-техника институты, Милли тикшеренеү ядро университеты. Иң яҡшы 30 араһында — Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән 17 вуз, Санкт-Петербургтан дүрт университет, Томскиҙан икәү, Новосибирск дәүләт университеты, Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты, шулай уҡ биш федераль университет – Урал, Себер, Ҡазан (Волга буйы), Алыҫ Көнсығыш һәм Көньяҡ.
«Рәсәйҙең иң яҡшы юғары йорттарының бер нисә төбәктә урынлашыуы алыҫ субъекттарҙа йәшәгән, сифатлы белем алырға теләгән сығарылыш уҡыусылары өсөн проблема булып тора. Сөнки өйҙән алыҫта уҡыу өсөн финанс яҡтан юғалтыуҙарға һәм башҡа ауырлыҡтарға әҙер булырға кәрәк. Өҫтәүенә Мәскәүҙең иң яҡшы вуздарының өстән ике өлөшө тиерлек — баш ҡала мәктәптәрен тамамлаусылар, улар менән конкуренцияны ла йырып сығырға кәрәк бит әле, — тип билдәләй RAEX аналитиктары. — Шуны ла иҫтә тотоу зарур: бөтәһе лә бюджет бүлексәһенә уҡырға инә алмай. Мәҫәлән, Рәсәй дәүләт гуманитар университетында беренсе курс студенттарының 30% бушлай уҡый. Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетында бюджетта уҡыусыларҙың өлөшө – 27%, ә Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында ул 20% кәмерәк тәшкил итә».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика