Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.64
-0.93
98.84
-0.97
75.99
+1.94
-31 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2019, 13:21

Башҡортостанда 18 уҡыусы профилле математиканы 100 балға тапшырған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда 18 уҡыусы профилле математиканы 100 балға яҙған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика Мәғариф министрлығынан. Былтыр ошо фәндән йөҙ балл алыусылар өсәү ине.
Профилле математиканы бөтәһе 11 083 уҡыусы тапшырған.
Өфөнән — 11, Стәрлетамаҡтан — 2, Октябрьскийҙан — 3, Нефтекаманан 2 ун беренсе класс уҡыусыһы имтиханда юғары балл алған.
Дөйөм алғанда, быйыл Рәсәйҙә профилле математика буйынса уртаса балл уҙған йылға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ, тип белдерә Рособрнадзор. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда математика буйынса имтихан өлөшөндә яңы ҡағиҙәләр ғәмәлдә. Ун беренсе кластар берҙәм дәүләт имтиханының бер генә кимәлен һайлаған — базалы йәки профилле. Уҙған йылдарҙа сығарылыш уҡыусыларының базалы һәм профилле кимәлдәрҙе тапшырыу мөмкинлеге бар ине.
Бынан алда агентлыҡ базалы математика, география һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен хәбәр итте. Өс меңдән ашыу кеше базалы математиканы «яҡшы» билдәһенә тапшырған. Әҙәбиәттән һынау тотоусылар араһында — ике, ә географиянан өс уҡыусы йөҙ балл йыйған.
27 майҙа илдә берҙәм дәүләт имтихандарының төп тулҡыны башланды. Имтихандар 1 июлгә тиклем бара. Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханының төп осоронда 19 787 сығарылыш уҡыусыһы ҡатнаша.
Теги:бди-2019
Читайте нас в