Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.73
-1
91
-1.19
62.51
+0.52
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 17:26

Республикала берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды: йөҙ балға яҙыусылар бармы?

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда базалы математика, география һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығы.
7 098 уҡыусы базалы математиканы тапшырған. Уларҙың 47,3%, йәғни 3 357-һе «бишле» алған.
798 сығарылыш уҡыусыһы әҙәбиәттән һынау тотҡан, ике уҡыусы имтиханды 100 балға яҙған.
521 кеше географиянан тест һорауҙарына яуап биргән, өсәүһе йөҙ балл алған.
Читайте нас