04:00 (UTC+5), 10 Июня 2019

Радий Хәбиров Баймаҡ районы халҡын яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 8 июндә Баймаҡ районына эш сәфәре барышында «Һабантуй-2019» халыҡ байрамында ҡатнашты.
Республика етәксеһе муниципалитетта йәшәүселәрҙе яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотлап, ауыл хужалығы производствоһы ветерандарына дәүләт наградалары тапшырҙы.
«Баймаҡ районы беҙгә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Тәбиғәте матур, ә тарихы бай. 100 йыл элек Темәс ауылы республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы булған. Бында һоҡланғыс, эшһөйәр, һәйбәт кешеләр йәшәй. Бөгөн Башҡортостан үҫешенә мөһим өлөш индергәнегеҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйем», – тине Радий Хәбиров.
Байрам программаһында агросәнәғәт комплексы алдынғылары парады, ижади коллективтарҙың сығышы, конкурстар, ат һәм спорт ярыштары бар ине.
Һабантуйҙа туғандаш муниципалитет – Илеш районы, шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округы һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы балалар һабантуйын, предприятиеларҙың, учреждениеларҙың һәм фермер хужалыҡтарының тирмәләрен, милли көрәште ҡараны һәм район халҡы менән аралашты.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика