11:01 (UTC+5), 10 Июня 2019

Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы өсөн исем һайланылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы өсөн исем һайланылар. Ул ағымдағы йылдың 1 июленән ғәмәлгә инә. Юл өсөн автоматлаштырылған түләү системаһы «Алға» тип атала. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
«Берҙәм транспорт картаһы ҡала һәм муниципаль-ара бәйләнеш транспортына этаплап индерелә башлай, — тип билдәләне чиновник. — Карта күп өҫтөнлөккә эйә, иң мөһиме — уңайлы һәм финанс яҡтан отошло».
Йәмәғәт транспортында Берҙәм транспорт картаһы өсөн махсус терминалдар ҡуйыла. Әле республиканың 1909 транспорты ошо аппараттар менән йыһазландырылған.
Карта менән түләгәндә юл хаҡы арзаныраҡҡа төшә. Мәҫәлән, хәҙер «Башавтотранс» автобустарында ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә — 25, ә транспорт картаһы йәки банк картаһы менән 20 һум. Карта буйынса юл хаҡы тулыландырыу суммаһына ҡарап үҙгәрер тип күҙаллана. Күберәк аҡса һалһаң, юл йөрөү хаҡы ла осһоҙораҡ була.
Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, «Өфө-матбуғат» киосктарында, ҡайһы бер магазиндарҙа, «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» бүлексәләрендә, Берҙәм транспорт картаһын хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин. Карта 50 һум тора. Тотош республикала тулыландырыу пункттары селтәре асыла, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы-онлайн йәки Уралсибтың интернет банкы аша аҡса һалырға була.
Берҙәм транспорт картаһы тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика