09:29 (UTC+5), 05 Июня 2019

Радий Хәбиров Оло Теләк фажиғәһендә һәләк булғандарҙы иҫкә алды

Дмитрий Мөхәмәтҡолов
Дмитрий Мөхәмәтҡолов
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Кисә Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа иң ҙур тимер юл, техноген һәләкәтенә теүәл 30 йыл тулды.
1989 йылдың 4 июнендә Өфө ваҡыты буйынса 2-се 15 минутта Транссебер магистраленең 1710-сы саҡрымында ике пассажир поезы осрашҡан ваҡытта шартлау яңғырай һәм ҙур янғын башлана.
211-се «Новосибирск — Адлер» (20 вагон) һәм 212-се «Адлер — Новосибирск» (18 вагон) поездарында 1284 пассажир (шул иҫәптән 383 бала), поезд һәм локомотив бригадаларының 86 ағзаһы була. 11 вагон юлдан ситкә төшә, уларҙың етәүһе тулыһынса янып юҡҡа сыға.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 575 кеше һәләк була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 645), 623-сө инвалидҡа әйләнә. Оло Теләк фажиғәһендә 181 баланың ғүмере өҙөлә.
Һәләк булғандар араһында Рәсәйҙең 45 өлкәһендә һәм туғыҙ союз республикаларында йәшәүселәр бар. 11 яҡташыбыҙ – фажиғә урынында, тағы 21-е дауаханала йән бирә, 35 кеше иҫән-һау ҡотола.
1992 йылда республика ошо фажиғә урынында хәтер мемориалын төҙөнө. Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров унда матәм сараһында ҡатнашты. Ул һигеҙ метрлыҡ стелаға сәскә һалды һәм һәләк булғандарҙың, зыян күргәндәрҙең туғандары менән аралашты.
Оло Теләк фажиғәһендә зыян күргәндәрҙең һәм уларҙың туғандарының ассоциацияһы етәксеһе Виктор Храмов республика, Иглин районы етәкселегенә һәм бөтә Башҡортостан халҡына мемориалды тәртиптә тотҡан өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул Радий Хәбировтан һәйкәлгә федераль статус биреүҙә булышлыҡ итеүҙе һораны.
Иглин районы хакимиәте 10 йыл инде ер участкаһын районға ҡуртымға биреү тапшырыу мәсьәләһе буйынса Рәсәй тимер юлдары менән һөйләшеүҙәр алып бара, ләкин юридик мәсьәләләр һаманғаса хәл ителмәгән.
Башҡортостан етәксеһе ошо мәсьәлә менән ныҡлап шөғөлләнергә вәғәҙә бирҙе. Һәләк булғандарҙың туғандары Радий Хәбировтан Хәтер китабын сығарыу мөмкинлеген ҡарауын һораны. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Оло Теләк фажиғәһе буйынса гәзиттәрҙә бик күп мәҡәләләр баҫылыуын, фото һәм видеоматериалдар булыуын, уларҙы бергә туплап, айырым китап итеп сығарыу кәрәклеген әйтте.
«Мин ул саҡта Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында аҙаҡҡы курста уҡый инем. Был көндө беҙ иртән дәүләт имтиханын тапшырырға килдек. Армияла хеҙмәт иткән бөтә егеттәр фажиғә урынына ярҙам итергә юлланды. Беҙҙең менән Эске эштәр министрлығы курсанттары ла барҙы, йәш кенәләр, утта янған кешеләрҙе носилка менән ташығанда иҫтән яҙып йығылғандар ҙа булды. Ныҡ эҫе ине, Американан дарыуҙар ташыған самолеттарҙы, тән бешеү үҙәгендә табиптарҙың нисек эшләүҙәрен иҫләйем. Ныҡ ауыр хәтирәләр», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.
Хәҙер йыл һайын бында матәм саралары ойошторола, ә бөтә пассажир һәм йөк поездары ошо ерҙән уҙғанда Оло Теләк фажиғәһендә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡысҡыртып тауыш бирә.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика