10:32 (UTC+5), 03 Июнь 2019

Башҡортостан Гидрометүҙәге йәйгә фараз бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Июндә Башҡортостанда уртаса һауа температураһы нормаға ярашлы, 16-18 градус була. Яуым-төшөм 70 миллиметрҙан артмай. Шуның менән бергә июндең беренсе декадаһында ҡайһы бер көндәрҙә төндә 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшөүе күҙәтелә.
Башгидрометүҙәк начальнигы Вилора Горохольская Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә йәйҙең тәүге айы тотороҡһоҙ буласағы тураһында һөйләне.
«Ҡойма ямғыр, елдең көсәйеүе, боҙ-борсаҡ, йәшен көтөлә. Аҙнаның тәүге яртыһында һауа температураһы +4 градусҡа тиклем түбәнәйә. Июндең икенсе яртыһында температураның +26-31 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин», — тип билдәләне республиканың баш синоптигы.
Июль һәм август айҙарында ла температура уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын. Июлдә яуым-төшөмдөң — норманан күберәк, августа нормаға ярашлы булыуы көтөлә.
Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында һыуҙың иң юғары температураһы 22,8 һәм 21,8 градусҡа етергә тейеш. Әле һыуҙың йылылығы - 15 градус тирәһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика