ӨФӨ, 2019 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ете бала һәм бөтәһе лә үҙҙәренеке. Өфөнән Лариса һәм Алексей Сайрановтар шундай байлыҡҡа эйә. Улар 23 йыл бергә, ошо ваҡыт эсендә ике малайға һәм биш ҡыҙға ғүмер бүләк итеп өлгөргән.
22 йәшлек Мария — Башҡорт медицина университетының дүртенсе курс студенты, 19 йәшлек Владимир — Өфө дәүләт авиация техник университетының беренсе курс студенты, 17 йәшлек Виктор — Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге менән Өфө мәктәп-интернатының 10-сы класс кадеты, ике уҡыусы ҡыҙ — Екатерина һәм Анастасия, ә Наталья һәм Татьяна балалар баҡсаһына йөрөй.