12:14 (UTC+5), 31 Май 2019

«Өфө» аэропортына Мостай Кәрим исеме бирелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөндән Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» аэропорты тип үҙгәртелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тейешле указы 31 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проекты сиктәрендә халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса хәҙер 44 төбәк аэропорты күренекле ватандаштарыбыҙҙың исемен йөрөтә. Әйтәйек, Ҡазан аэропорты — татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай, Мәскәүҙең «Шереметьево», «Домодедово», «Внуково» һауа ҡапҡалары хәҙер Пушкин, Ломоносов һәм Туполев тип атала.
«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» — йәмәғәтслек башланғысы, уның маҡсаты — Рәсәйҙең халыҡ-ара аэропорттарына бөйөк ватандаштарыбыҙҙың исемдәрен биреү. Проектты ойоштороусылар: Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы, Рус география йәмғиәте һәм башҡалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика