10:09 (UTC+5), 31 Мая 2019

2020 йылда рәсәйҙәргә яңы йыл каникулдарын ҡыҫҡарталар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2020 йылда Рәсәйҙә яңы йыл каникулдары элеккегә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ була һәм һигеҙ көн дауам итә, тип яҙа «Российская газета» баҫмаһы. Билдәләнеүенсә, ҡыҫҡартыу «техник сәбәптәр»гә бәйле.
Хеҙмәт кодексына ярашлы, Рәсәйҙә Яңы йылда байрам көндәре — 1-нән 6-һына тиклем һәм 8 ғинуар, шуға өҫтәп 7 ғинуар — Раштыуа.
2018 һәм 2019 йылдарҙа 30 һәм 31 декабрь иҫәбенә «яңы йыл каникулдары» ике көнгә арттырылды. Әйтәйек, уҙған йылда 30 һәм 31 декабрь шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килде, шуға күрә улар автоматик рәүештә каникулға ҡушылды.
2019 йылда декабрҙең һуңғы көндәре дүшәмбегә һәм шишәмбегә тура килгәнлектән, эш көндәре тип иҫәпләнә. Шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килгән 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәрен май байрамдарына күсерергә тигән тәҡдим бар.
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ял көндәрен 22-24 февралдә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн — 7-9 мартта, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын — 1-нән 5-енә тиклем, Еңеү көнөн — 9-ынан 11 майға тиклем, Рәсәй көнөн — 12-14 июндә һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөн 4 ноябрҙә билдәләү күҙ уңында тотола.
31 майҙа социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия байрам көндәрен күсереү тураһында ҡарар проектын ҡарай. Хупланған осраҡта, документ ҡултамға ҡуйыу өсөн премьер-министр Дмитрий Медведевҡа ебәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика