11:29 (UTC+5), 30 Мая 2019

Башҡортостанда һабантуйҙарҙа, Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә алкоголь һатыуҙы тыйҙылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында һабантуй көндәрендә хәмер һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итте. Шулай уҡ Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә) спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙылар.
«Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында»ғы республика законына үҙгәрештәр көн һайын алкоголде һатыуға ғәмәлдә булған тыйыуҙы өс сәғәткә арттырҙы. Хәҙер ул киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем һатылмай. Элек төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр һатырға ярамай ине.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Константин Толкачев закон һайлаусыларҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә ҡабул ителеүен һәм интернетта йәмәғәтселек тикшереүе үтеүен билдәләне.
«Халыҡтан хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле бик күп тәҡдимдәр килә. Беҙ маҡсатҡа ярашлыларын һайланыҡ, – тип һөйләне Константин Толкачев. – Яңы закон бизнеста кире сағылыш тапмаҫҡа, халыҡтың киң ҡатламының мәнфәғәттәрен сикләмәҫкә, шул уҡ ваҡытта ҙур байрам көндәрендә йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә, йәштәр араһында спиртлы эсемлекте ҡулланыуҙы кәметергә тейеш», — тине республика парламенты спикеры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика