15:36 (UTC+5), 30 Мая 2019

31 майҙа республикала Халыҡ-ара күршеләр көнө билдәләнә

ӨФӨ, 2019 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе V «Халыҡ-ара күршеләр көнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға һәм 31 майҙа һәр күп фатирлы йортта, ихатала, урамда ошо байрамды үткәрергә саҡыралар.
Донъяла Күршеләр көнө 1999 йылдан алып билдәләнә. Байрам күршеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
31 майҙа республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында уҙғарылырға тейешле Күршеләр көнө программаһында — уйындар, викториналар, конкурстар, сәй эсеү һәм башҡа бик күп күңелгә ятышлы сюрприздар.
Халыҡ-ара күршеләр көнөнә арналған сараларҙың адресын, ваҡытын муниципалитеттың сайтында йәки социаль селтәрҙәге төркөмөндә табырға мөмкин.
«Әгәр күрһәтелгән исемлектә ихатағыҙҙы тапмаһағыҙ, байрамды үҙегеҙ ойоштора алаһығыҙ. Бының өсөн алдан идара итеүсе компанияға йәки торлаҡ милекселәре ширҡәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бергәләп сараларҙы үткәреү ваҡытын һәм планын билдәләргә һәм мотлаҡ күршеләрҙе саҡырырға», — тип өҫтәнеләр Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика