11:04 (UTC+5), 28 Мая 2019

Өфөлә Ҡала көнөндә Рушана Вәлиева, «Арғымаҡ», «Каруанһарай» һәм Зәйнетдин сығыш яһай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Ҡала көнөндә «Арғымаҡ», Зәйнетдин, «Каруанһарай» төркөмдәре, йәштәр кавер төркөмдәре һәм Рушана Вәлиева сығыш яһай. Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Шамил Абдраҡов белдерҙе. Байрам саралары 11 июндә башлана. Республика һәм Өфө ҡалаһы етәкселеге ҡатнашлығы менән Дуҫлыҡ монументына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы була. Шул уҡ көндә сәғәт 4-тә Ҡала мәҙәниәт һарайында «Берҙәмлек» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың хәйриә концерты уҙа. 12 июндә Өфө ҡалаһында саралар ойоштороу өсөн бер нисә төп майҙансыҡ билдәләнгән: Ленин исемендәге майҙан, «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатр, райондарҙың мәҙәниәт һәм ял парктары. Иртән майҙан аллеяларында «Оҫталар ҡалаһы» халыҡ кәсептәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының күргәҙмәһе асыла.
Сәғәт 10-да ҡаланың Мәғариф идаралығы әҙерләгән «Балалар һабантуйы» фестиваль-байрамы башлана. Был көндө сәғәт 11-ҙән 12-се яртыға тиклем Ленин майҙаны алдында Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизонының парады була. Майҙанда тәүгә «Өфө өсөн уйнайым», «Яратҡан ҡаламдың һүрәтен төшөрәм», «Өфөмә теләктәр» һәм башҡа ижади акциялар ойошторола. Теләгән һәр кемдең яратҡан йырҙарын йырлау, тыуған ҡалаһына теләктәр яҙыу мөмкинлеге бар. Ә йәш рәссамдар өсөн «Республиканың 100 йыллығына – 100 рәссам!» акцияһы барышында ҙур пленер уҙғарыла.
Шулай уҡ майҙанда «Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәт – һинең һайлауың» тигән агитация акцияһы була. Мәжит Ғафури исемендәге паркта Өфө балалар филармонияһының ижади коллективтары ҡатнашлығында «Тыуған көнөң менән, яратҡан ҡалам!» байрамы уҙғарыла. Байрам көнөндә көндөҙгө сәғәт 12-лә В.И.Ленин исемендәге майҙанда «Сәғәт» фонтанын асыу күҙаллана. Сәғәт 1-ҙә иһә башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» нәфис фильмы күрһәтелә. Рус драма театры алдындағы төп сәхнәлә сәғәт 3-тә «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты башлана. Байрам концерт программаһын сәғәт 4-тә «Асыҡ микрофон» ҡала конкурсы финалсыларының сығышы дауам итә. Концерт киске сәғәт 11-ҙә тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика