11:33 (UTC+5), 27 Май 2019

Республикала 2019 йылдың беренсе кварталында тыуым да, үлем дә кәмегән

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башстат республикала тыуымдың кәмеүен һәм үлемдең аҙайыуын теркәгән. Тәбиғи кәмеү 2404 кеше тәшкил иткән. Үлем осраҡтары 16957-нән 16366-ға тиклем кәмегән. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Ғинуар-мартта төбәктә 10446 сабый тыуған (2018 йылдың беренсе кварталына ҡарағанда 1145-кә аҙыраҡ). Туғыҙ районда ғына тыуым буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Тыуымды яҡшыртыу өсөн тәҡдим иткән саралар башлыса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла: аборттарҙы кәметеү, ЭКО процедураларын арттырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һауыҡтырыу.
Үлем сәбәптәре элеккесә ҡала. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары 16% артҡан, онкология сирҙәренән үлем 3% кәмегән, тышҡы сәбәптәрҙән — 29% аҙыраҡ. Ләкин шуның менән бергә юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары 30% артҡан — беренсе кварталда юлдарҙа 21-гә күберәк кеше һәләк булған. Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдарының, йәшәгән урынға ҡарап, үлем сәбәптәре таралыуының билдәле бер үҙенсәлектәрен теркәүе тураһында хәбәр иткәйне. Ҡалаларҙа йышыраҡ инфекцияларҙан һәм яман шештән вафат булалар. Ауылдарҙа иһә тын алыу органдары, аш һеңдереү, бәүел-енес сирҙәренән һәм тышҡы сәбәптәрҙән.
Сабыйҙарҙың үлем осраҡтары ла артҡан: уҙған йылдың ғинуар-мартында — 72 (1 йәшкәсә сабыйҙар), быйыл беренсе кварталда 76 бала яҡты донъя менән хушлашҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектында билдәләнгән саралар планын үтәп, ошо проблеманы еңеп сығырға тәҡдим итә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡа төбәктәрҙең тыуымды арттырыу буйынса тәжрибәһен өйрәнергә һәм иң ауыр күрһәткестәр теркәлгән райондарҙың мәғлүмәттәрен тикшерергә ҡушты. Мәҫәлән, Архангел, Әлшәй, Стәрлебаш райондары яман шеш менән сирләү буйынса антилидер булды: 1000 кешегә 279, 334, 366 кеше. Учалы, Йылайыр, Көйөргәҙе райондарында — 1000 кешегә 800-ҙән ашыу кеше, Ауырғазыла һәм Ишембайҙа 1000 кешегә 900-ҙән күберәк кеше йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыған.
«Бының сәсәбен асыҡларға кәрәк», — тине республика етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика