09:55 (UTC+5), 24 Май 2019

Республиканың өс колледжы WorldSkills Russia хәрәкәтенең иң яҡшы 100 белем биреү ойошмаһы иҫәбенә инде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. WorldSkills Russia 2018 йыл өсөн «Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)» хәрәкәтенең иң яҡшы 100 белем биреү ойошмаһын билдәләне. Улар араһында — Башҡортостандың өс уҡыу йорто: Стәрлетамаҡ күп профиллие һөнәри колледжы, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы, С.И. Кувыкин исемендәге Октябрьский нефть колледжы.
VII «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионаты барышында иң яҡшы колледждар һәм техникумдар бүләкләнде. Рәсәйҙең 32 төбәгенән белем биреү ойошмалары дипломдарға лайыҡ булды.
Был колледждарҙа һәм техникумдарҙа WorldSkills һөнәри оҫталыҡ буйынса Рәсәй чемпиондарын әҙерләгәндәр. Илдең иң яҡшы белем биреү ойошмалары төбәк чемпионаты еңеүселәренең һәм конкурсанттарының булыуы, конкурсанттарҙың 2017 һәм 2018 йылдарҙа милли чемпионаттың һайлап алыу турында һәм финалында ҡатнашыуы, уҡытыусылар араһында эксперттарҙың булыуы, колледждың EuroSkills 2018 Европа чемпионатына конкурсанттар әҙерләүҙә ҡатнашыуы һәм башҡа критерийҙар буйынса билдәләнде.
Иң яҡшы белем биреү учреждениеларының тулы исемлеген һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика