11:31 (UTC+5), 23 Мая 2019

Рәсәйҙә «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусылар өсөн электрон ресурс булдырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Мәғариф министрлығы «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусылар өсөн электрон ресурс һәм эш урындары реестрын әҙерләй. Был хаҡта министр Ольга Васильева Выборг ҡалаһында йәш уҡытыусылар форумында белдерҙе.
«Һәр педагогтың программаның федераль йәки төбәк сайтына инеп, күсеп барырға уйлаған мәктәпте һайлау, уны ситтән тороп ҡарау, һайлап алыуҙы үтеү өсөн критерийҙар исемлеге менән танышыу һәм ғариза биреү мөмкинлеге бар», — тип министрҙың һүҙҙәрен еткерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Уның һүҙҙәренсә, программала ҡатнашырға теләгән кандидаттарҙың йәше сикләнмәгән — ауылдарҙа йәштәргә лә, тәжрибәле уҡытыусыларға шат булырҙар. Кандидаттарҙың ғаризаларын Мәғариф министрлығы комиссияһы менән бергә махсус төбәк комиссияһы ҡарай.
2020 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты йөкләмәһен үтәү барышында «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашырыу башлана. Программа ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (күсеп килгән) уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тота.
Йәш уҡытыусыларҙың «Педагог: һөнәр, булмыш, сәнғәт» Бөтә Рәсәй форумы 20-22 майҙа Ленинград өлкәһенең Выборг ҡалаһында уҙҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика