Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2019, 12:31

Кәрәҙле элемтә операторҙары 1 июндән милли роумингты бөтөрә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кәрәҙле элемтә операторҙары милли роумингты бөтөрә башлай. Роумингтың бындай төрө операторҙың сит төбәктә үҙенең селтәре булмаған осраҡта ғәмәлләшә һәм автоматик рәүештә икенсе операторҙың селтәренә тоташтырыла.
2018 йылдың декабрендә президент Владимир Путин милли роумингты бөтөрөү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Ул 1 июндән үҙ көсөнә инә. Ошо көндән ил биләмәһендә бөтә операторҙарҙың селтәрендә ҡабул ителгән шылтыратыуҙар бушлай булырға тейеш.
Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, бушлай шылтыратыуҙар автоматик рәүештә бөтә тариф пландарында ғәмәлдә була һәм өҫтәмә хаҡ, льготалы опцияларға тоташтырыуҙы талап итмәй. Үҙең шылтыратҡанда, шулай уҡ SMS һәм мобиль интернетҡа хаҡ үҙгәрмәй.
«Российская газета» баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер элемтә операторҙары билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ, атап әйткәндә, 29 майҙан яңы эш ҡағиҙәләренә күсергә хәл иткән.
Читайте нас: