Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
-2 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2019, 15:35

Өфөлә Ураҙа байрамында 10 мең кешене былау менән һыйлайҙар

ufacity.info
ufacity.info
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 4 июндә дин тотҡан мосолмандар Рамаҙан айының тамамланыуын билдәләй. Башҡортостандың баш ҡалаһында республика Ураҙа байрамы ойошторола.
«Ватан» этно-паркында башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы, хәләл йәрминкә, бүләктәр уйнатыу ҡаралған. «Башҡортостан» Lifestyle үҙәге янында ла байрам итеү өсөн майҙансыҡ ойошторола. Бөтә майҙансыҡтарҙа ла былау менән һыйлайҙар.
«Ойоштороусылар 10 меңдән ашыу кешене былау менән һыйларға уйлай. Был — үҙенсәлекле проект, башҡа төбәктәрҙә мосолман байрамын беҙҙәге кеүек үткәргәндәре юҡ», — тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 5 майҙа бөтә донъя мосолмандары изге Рамаҙан айын ҡаршы алды.
Читайте нас: