08:09 (UTC+5), 23 Май 2019

Башҡортостанда яман шеште иртә стадияла асыҡлаған табиптарға премия түләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың 1 июленән Башҡортостанда табиптарҙы дәртләндереү тураһында хөкүмәт ҡарары үҙ көсөнә инә. Пациенттарҙа онкология сирен иртә стадияла асыҡлаған белгестәргә биш мең һумдан кәм булмаған күләмдә премия түләнә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Финанс министрлығына дәртләндереү сараларына аҡса табырға ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә аҡса табылды.
«Әгәр беҙ яман шеште башланғыс этапта асыҡлаһаҡ, күп көс түкмәҫбеҙ, кешене ҡотҡара алырбыҙ. Табиптар ошо сиргә һуңғы стадияһында ғына иғтибар итһә, паллиатив ярҙам кәрәк, ләкин был осраҡта медицина көсһөҙ», — ти республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин.
Уның һүҙҙәренсә, иртә стадияла асыҡланған яман шеште дауалау өсөн Башҡортостанда аҡса һәм медикаменттар бар.
Шуны билдәләп үтәйек: был сара «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. «Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш» ярҙамсы программаһы ла ошо проектҡа индерелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2019 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда дөйөм үлем 16 957-нән (12,9%) 16 366 кешегә тиклем (12,4%) 0,5% кәмегән. Яҡынса 600 ғүмер ҡотҡарылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика