10:23 (UTC+5), 22 Мая 2019

Республикала йәшәүселәр һаулыҡ һаҡлау системаһына аҙыраҡ зарлана башлаған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың тәүге дүрт айында Башҡортостанда «Инцидент» системаһы белгестәре социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау системаһы буйынса 706 яҙма һәм 752 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Был турала «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» кәңәшмәһендә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте.
«2018 йылдың дүртенсе кварталы менән сағыштырғанда, ялыуҙар һаны аҙайған: яҙма мөрәжәғәттәр – 92-гә, социаль селтәр аша – 234-кә. Был саралар комплексы эше тураһында һөйләй», — тип билдәләне Прочаковская.
Төбәктә йәшәүселәр йышыраҡ мөрәжәғәт иткән темалар араһында беренсе урында — табиптарҙың етешмәүе (бигерәк тә тар йүнәлешле белгестәр), икенселә — табипҡа яҙылыуға бәйле проблемалар, өсөнсөлә – тулы булмаған күләмдә медицина ярҙамы күрһәтеү. Ялыуҙар буйынса лидерҙар – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазы, Учалы һәм Белорет райондарында, Нефтекамала, Күмертауҙа, Салауатта йәшәүселәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика