12:34 (UTC+5), 22 Мая 2019

Быйыл республикала йәйге лагерҙарҙа һәм шифаханаларҙа 390 меңдән ашыу бала ял итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың йәйге һәм мәктәп лагерҙары, шифаханалар каникулдар осоронда 390 меңдән ашыу баланы ял иттереүгә һәм һауыҡтырыуға ҡабул итергә әҙер (бөтә уҡыусыларҙың 83%). Был хаҡта Хөкүмәттәге кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Ошо маҡсатҡа 1 миллиард 833 миллион 770 мең һум бүленгән. Шуның 1,5 миллиард һумдан ашыуы – республика ҡаҙнаһынан һәм 272,2 миллион һумы – муниципаль бюджеттарҙан.
Республика Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, балалар өсөн 2 652 ойошма әҙерләнгән: 1407-һе – мәктәп яны лагеры, 110-ы – ҡала ситендә, 985-е – хеҙмәт һәм ял лагеры, 27-һе – балалар шифаханаһы, 37-һе – палаткалы лагерь, 85-е – профилле лагерь.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, бер балаға йәйге ял һәм һауыҡтырыу юлламаһының уртаса хаҡы төбәк ҡаҙнаһына 17 мең һумға төшә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика