09:38 (UTC+5), 21 Мая 2019

Төбәктә 2019 йылға һабантуйҙар графигы раҫланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда республика ҡалаларында һәм райондарында «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Документҡа ярашлы, тәүге һабан байрамы 25 майҙа Стәрлетамаҡ районында ойошторола.
Артабан һабантуйҙар:
1 июндә Архангел, Баҡалы, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө һәм Хәйбулла райондарында;
8 июндә — Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында, Күмертау ҡалаһында;
9 июндә — Благовар районында;
12 июндә — Өфө ҡалаһында;
15 июндә — Бәләбәй, Дыуан, Краснокама, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә райондарында;
22 июндә — Әбйәлил районында;
29 июндә Ишембай районында була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика