17:29 (UTC+5), 21 Мая 2019

Рәсәйҙә инвалидлыҡты билдәләү тәртибе ябайлаштырылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөндән Рәсәйҙә инвалидлыҡты билдәләү өсөн медик-социаль экспертиза үткәреү тәртибе үҙгәрҙе. Министрҙар кабинеты сайтында хәбәр ителеүенсә, хәҙер медик-социаль экспертизаға йүнәлтмәне медицина ойошмаһы медик-социаль экспертиза бюроһына инвалид ҡатнашлығынан тыш электрон документ формаһында тапшыра.
Бөгөнгәсә граждандар инвалидлыҡты билдәләү өсөн медик-социаль экспертизаға медицина ойошмаларына, шулай уҡ пенсия тәьминәтен тормошҡа ашырған органдарға, халыҡты социаль яҡлау органдарына ебәрелә ине.
Хөкүмәт ултырышында премьер-министр Дмитрий Медведев билдәләүенсә, инвалидтар инстанциялар буйлап йөрөмәһен, өҫтәмә ҡағыҙҙар йыймаһын, бөтәһен дә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша эшләргә мөмкин булһын өсөн документтар менән электрон алмашыуға этаплап күсеү башлана.
Хәҙер Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша электрон төрҙә медик-социаль экспертиза актының күсермәһен, медик-социаль экспертиза уҙғарыу протоколын алыуға һорау ебәреү, шулай уҡ медик-социаль экспертизаның беренсел һәм баш бюроһы ҡарарҙарына ялыу яҙырға ғариза биреү мөмкинлеге билдәләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә инвалидлыҡты билдәләү тәртибен ябайлаштырырға, шулай уҡ комплекслы реабилитациялау үҙәктәрен үҫтерергә ҡушты.
Дәүләт башлығы инвалидтар һәм уларға ярҙам күрһәткән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙан һуң шундай бурыс йөкмәтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика