05:30 (UTC+5), 21 Мая 2019

Өфөлә «Һуңғы ҡыңғырау» уҙғарылған көндәрҙә алкоголь һатыу тыйыла

Олег Яровиков, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Һуңғы ҡыңғырау» уҙғарылған көндәрҙә алкоголь һатыу сикләнә. Был турала баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте.
Тыйыу Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» законына ярашлы индерелә. 25 майҙа 11 класты тамамлаусылар «Яҙғы бал»да ҡатнаша.
Дөйөм ҡала байрамында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 24 майҙа киске сәғәт 10-дан һәм 25 майҙа киске сәғәт 9-ға тиклем Октябрь революцияһы урамында – Ленин урамынан алып Цюрупа урамына тиклемге участкала, Ленин урамында – Коммунистик урамдан Пушкин, Театр урамында – Зәки Вәлиди урамынан Пушкин, Пушкин урамында – Цюрупа урамынан Карл Маркс урамына тиклемге участкала һәм Совет урамында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә. Шулай уҡ йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемалары үҙгәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика