06:55 (UTC+5), 21 Май 2019

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының «Объективта – сәсеү» конкурсының төп бүләге – ноутбук

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда яҙғы сәсеү тамамланыуға яҡынлаша. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һуң өлгөргән ҡарабойҙайҙы иҫәпләмәгәндә, ҡайһы бер райондар сәсеү кампанияһын тамамлаған да инде. Төбәк буйынса уртаса алғанда, көндәр һәйбәт торһа, күп тигәндә бер аҙналыҡ эш ҡалған. Әлегә ямғырҙар игенселәргә тулы көскә эшләргә ирек бирмәй. Уҙған тәүлектә яҙғы сәсеүгә өҫтәмә 31,4 мең гектар тәшкил иткән. Был аяҙ көндәргә ҡарағанда өс тапҡырға аҙыраҡ.
«Беҙ журналистарҙан, блогерҙарҙан, фотохәбәрселәрҙән, шулай уҡ ижад менән мауыҡҡан башҡа һөнәр эйәләренән «Объективта – сәсеү» конкурсына ғаризалар ҡабул итәбеҙ. Уларҙың сәсеү кампанияһы тураһында ҡыҙыҡлы материалдары йыйылғандыр тип уйлайбыҙ. Һәр номинациялар еңеүселәр I, II, III дәрәжә дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә. Төп бүләк – ноутбук», — тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла: «2019 йылғы сәсеү эштәре тураһында иң яҡшы фото», «Социаль селтәрҙәрҙә, сайттарҙа 2019 йылғы сәсеү эштәре хаҡында иң яҡшы пост йәки мәғлүмәти материал», «Социаль селтәрҙәрҙә, сайттарҙа республикалағы ауыл хужалығы кооперацияһы тураһында иң яҡшы пост йәки мәғлүмәти материал».
Ҡатнашыусылар материалдарын 15 июнгә тиклем ебәрергә тейеш. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы «Баҫыу көнө»ндә бүләкләү күҙаллана. Конкурсты ойоштороусы — Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялау үҙәге.
Эштәр karimova.lm@bashkortostan.ru электрон адресына ҡабул ителә. Ғариза менән бергә фотоһүрәттәр (электрон төрҙә), постарға һәм мәғлүмәти материалдарға һылтанмалар бирергә кәрәк. Ғаризаның формаһы һәм конкурстың положениеһы — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика