14:27 (UTC+5), 20 Мая 2019

Башҡортостанда 22 күсмә медицина модуле эшләй: 24 меңдән ашыу кеше тикшереү үткән

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Бөтә райондарҙы үҙ эсенә алған проект тәүге тапҡыр тормошҡа ашырыла. Ул ауыл халҡына медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, тотош республикала бер үк ваҡытта Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйлап таралған 22 күсмә медицина модуле — биш автопоезд эшләй. Улар араһында Сәләмәтлек үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең күсмә диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле бар.
Акция барышында 24 меңдән ашыу кеше ҡаралған, уларҙың 370-е маммография һәм 7 меңдән күберәк кеше флюорография үткән.
Алтмыштан ашыу социаль әһәмиәтле сирҙәр табылған. Улар араһында — 10 яман шеш фаразы, 17 шәкәр диабеты, 23 юғары ҡан баҫымы, 2 туберкулез, киҫкен миокард инфаркты осрағы. Уларҙың бер өлөшө — артабан тикшереү үтергә, бер өлөшө стационарҙа дауаланыуға ебәрелгән.
Иң күп осраҡтар: тәүгә асыҡланған шәкәр диабеты (12 кеше) — Нефтекама маршруты буйынса, яман шеш (6 кеше) – Октябрьский маршруты буйынса, юғары ҡан баҫымы (14 кеше) — Стәрлетамаҡ маршруты буйынса.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика