09:42 (UTC+5), 16 Май 2019

Республикала урман янғындарының майҙаны арта

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Уҙған тәүлектә Башҡортостанда бер урман янғыны теркәлгән, дүртәүһе һүндерелгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.
Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, 15 майҙа Йылайыр районында 5,3 гектар майҙанда тәбиғәт янғыны теркәлгән. Был көндө Белорет һәм Йылайыр райондары урмансылыҡтарында һүндерелгән янғындарҙың дөйөм майҙаны 40,4 гектар тәшкил иткән.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә янғындар юҡ.
Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республикала 106 тәбиғәт янғыны теркәлгән. 1414 гектарҙан ашыу ер уттан зыян күргән.
Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек төбәктә 70 тәбиғәт янғыны иҫәпләнгән. Ул саҡта урман фондының 574,51 гектар биләмәһе янған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика