17:38 (UTC+5), 16 Мая 2019

Башҡортостанда вице-премьер Артур Әхмәтханов менән бәхилләштеләр

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Өфөлә, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда, республика Хөкүмәтенең вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы, полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов менән бәхилләшеү сараһы уҙҙы. Унда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, хөкүмәт ағзалары, депутаттар, йәмәғәтселек, дин әһелдәре, ябай граждандар, Артур Әхмәтхановтың хеҙмәттәштәре, дуҫтары, туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштарында Артур Әхмәтхановтың ил һәм республика алдындағы оло хеҙмәттәре билдәләнде. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Артур Әхмәтханов яугир, башҡорт халҡының ысын улы булды һәм ҡаты сирләһә лә, аҙаҡҡаса көрәште.
«Бөгөн республикабыҙ үҙенең лайыҡлы улдарының береһе – ир-егет, яугир, генерал менән бәхилләшә. Был – бөтәбеҙ өсөн дә ҙур юғалтыу, – тине төбәк етәксеһе. – Минең өсөн шәхси юғалтыу. Оҙаҡ йылдар беҙҙең юлыбыҙ бергә барҙы, төрлө һынауҙарҙы бергә үттек. Артур Фәрүәз улы бөтә ғүмерен йәмәғәт хәүефһеҙлегенә, граждандарҙы, илебеҙҙе һаҡлауға арнаны. Бөгөн бик ҡайғылы көн. Уҙған йылдың ноябрендә республика мәнфәғәте өсөн берлектәге эш планы өҫтөндә эшләнек... Килеп сыҡманы. Ауыр сир аяҡтан йыҡты, ул аҙаҡҡаса көрәште, бер тапҡыр ҙа тертләмәне. Өфөләге Еңеү парады уның республика халҡына һуңғы бүләге булды».
Атап әйткәндә, былтыр октябрь айында Артур Әхмәтхановтың вице-премьер вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе тураһында әйтелде. Республика Хөкүмәтендә ул хәүефһеҙлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре өсөн яуаплы ине. Ул енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем юл үткән, алты йылға яҡын республика ЮХХДИ-һын етәкләгән, 2005-2008 йылдарҙа —Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы.
2008-2016 йылдарҙа — Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры. Был ябай булмаған Төньяҡ Кавказ округының полиция етәкселеге араһында оҙаҡ йәшәү рекорды тип әйтергә мөмкин. Әхмәтханов ваҡытында Төньяҡ Осетияла кешеләрҙе урлау, сәйәсмәндәрҙе, бизнесмендарҙы заказлы үлтереү менән шөғөлләнгән бер нисә төркөм ағзаларын тотоп, реаль срокка хөкөм иттеләр. Иң яңғырауыҡлы эш — Аслан Гагиев бандаһын юҡ итеү, Владикавказ мэры Виталий Караев һәм республика хөкүмәтенең элекке беренсе вице-премьеры Казбек Пагиев ошо төркөмдөң ҡорбаны булды.
Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, Салауат Юлаев ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, исемле ҡорал, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.
Артур Әхмәтханов Өфөнөң Мосолмандар зыяратында ерләнде.
Вице-премьер Артур Әхмәтханов хаҡында тулыраҡ бында уҡырға мөмкин.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика