05:11 (UTC+5), 15 Май 2019

Тәүлек эсендә Башҡортостанда 105 гектар урман янған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 14 тәбиғәт янғыны теркәлгән. Урман фондының 104,9 гектар ере уттан зыян күргән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.
Дөйөм майҙаны 69,8 гектар ерҙә 11 янғын һүндерелгән. Әле 35,1 гектар майҙанда өсәүһе яныуын дауам итә. Уларҙың икәүһе — Белорет районында, 27,1 гектар майҙанда. Йылайыр районында ут урман фондының 8 гектар биләмәһен ялмап алған.
Янғын миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 105 тәбиғәт янғыны сыҡҡан, икәүһе — махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә. 1377,76 гектар урман уттан зыян күргән.
Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек төбәктә дөйөм майҙаны 442,81 гектар ерҙә 75 урман янғыны теркәлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика