05:40 (UTC+5), 15 Май 2019

Республиканан 214 мең бурыслы сит илгә сыға алмаған

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2019 йылдың башынан Башҡортостандың суд приставтары 214 мең самаһы бурыслыға Рәсәй биләмәһенән ситкә сығыуҙы тыйған. Суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға кредит һәм алимент, ЮХХДИ штрафтары һәм һалым буйынса бурыстар сәбәпсе.
«Әгәр штраф буйынса бурыс 30 мең һум һәм унан күберәк икән, сәйәхәткә рөхсәт бирелмәй. Ошондай күңелһеҙ осраҡ булмаһын өсөн үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың бурысы бармы-юҡмы икәнен тикшерергә кәрәк, – тип белдерҙеләр төбәк ведомствоһында. – Ағымдағы йылдың биш айында приставтар сит илгә сығыуҙы сикләү тураһында 110 мең ҡарар сығарған».
Бурыстар хаҡында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында йәки бурыслының теркәлгән урыны буйынса суд приставтары бүлегендә белергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика