11:32 (UTC+5), 15 Мая 2019

Республикала тәүгә «Йәйләү» ҡымыҙ этно-фестивале ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда тәүгә «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале ойошторола. Ул 27-28 июлдә Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында уҙа. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы, «Аҡбуҙат» ипподромы, UMAY Ethno Production.
Фестивалдең маҡсаты — «Башҡорт ҡымыҙы» брендын популярлаштырыу, этно-сараны бөтөнләй яңы форматта үткәреү. Сараға бөтә республиканан ҡымыҙ бешеүселәр саҡырылған.
Ҡымыҙ-фест майҙансығында тирмәләр һәм ихаталар ҡороу, оҫталыҡ дәрестәре, ауыл хужалығы продукцияһы һәм кәсепселәр күргәҙмәләре, «Ашмаркет» аш-һыу фестивале, музыкаль этно-фестиваль, ат сабыштары, балалар өсөн төрлө саралар ойоштороу, ҡымыҙ менән һыйлау күҙаллана. Фестиваль барышында ҡымыҙ бешеүселәрҙең һөнәри съезы уҙғарыла.
Ҡыҙыҡһынған кешеләр һәм компаниялар ғаризаны бында тултыра ала. Ғаризаны uethno@gmail.com электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика