Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.34
+0.78
96.57
+1.09
67.15
+1.13
11+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 12:47
Башҡортостанда һауа торошо боҙола – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
автор
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан биләмәһендә хәүефле һауа торошо тураһында иғлан ителде, тип белдерә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 15 майҙа республикала урыны менән елдең секундына 20-25 метр тиҙлектә иҫеүе, эре боҙ-борсаҡ, ҡойма ямғыр яуыуы, йәшен көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 20-25 градус була, төньяҡ-көнсығышта +15-кә тиклем.
Ведомство көслө ел иҫкәндә биналарҙан сыҡмаҫҡа кәрәклеген иҫкә төшөрә. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим.
http://www.bashinform.ru/news/1307892-na-territorii-bashkirii-obyavleno-shtormovoe-preduprezhdenie-mchs/
Теги:
башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
иҫкәртеү
Читайте нас: