12:24 (UTC+5), 15 Мая 2019

Башҡортостан проекты – «Үҫмер» социаль ҡунаҡханаһы Рәсәй төбәктәренә таратыла

Динар Кәлимуллин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. «Бала саҡ векторы – 2019» Бөтә Рәсәй конгресы башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова федераль балалар омбудсмены башланғысы еңеүселәре күргәҙмәһе менән танышты. Унда ғаиләне һәм балалыҡты яҡлау буйынса социаль дәүләт һәм йәмәғәтселек проекттары тәҡдим ителгәйне.
Иң яҡшы төбәк тәжрибәләре араһында Башҡортостандың «Үҫмер» социаль ҡунаҡханаһын, уның ҡарамағындағы «Ғаилә усағы» балалар һәм ата-әсәләр клубын ойоштороу проекты билдәләнде. Улар ғаилә проблемаларын, үҫмерлек осорондағы ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Бала тәрбиәләүҙә ҡатмарлыҡтары килеп тыуған, үҫмер тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел таба алмаған, уҡыуға аҙ иғтибар бүлгән осраҡта ата-әсәләр социаль ҡунаҡханаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.
Төп бурыс – балаларҙы йәмғиәткә уңышлы яраҡлаштырыу. Ҡунаҡхана 11-18 йәшлек 18 кешегә тәғәйенләнгән. Бында медицина хеҙмәтләндереүе, социаль-педагогик һәм социаль-психологик реабилитация үткәреү ҡаралған.
Анна Кузнецова проектты юғары баһалап, уны Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил институты булышлығында башҡа төбәктәргә таратырға тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика