09:04 (UTC+5), 14 Мая 2019

Башҡортостанда татар милли-мәҙәни автономияһы көндәрендә икенсе Бәлешфест ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы быйыл үҙенең ойошторолоуының 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Байрам саралары 17 майға тәғәйенләнгән.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Өфөгә Рәсәйҙең ошондай татар милли-мәҙәни автономиялары булған 40-тан ашыу ҡалаһынан вәкилдәр килеүе көтөлә. Байрам сараларының тантаналы өлөшө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа.
16 майҙа ҡунаҡтарҙы ҡала һәм республиканың Милли музейы менән таныштырыу ҡаралған. Экскурсия барышында Салауат Юлаев һәм Ғабдулла Туҡай һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу күҙаллана.
Байрам ваҡытында ҡунаҡтар республиканың Бүздәк районына һәм «Бәлешфест» милли аш-һыу фестиваленә бара. Фестивалдә төрлө халыҡтарҙың ризыҡтары тәҡдим ителә, оҫталыҡ дәрестәре һәм байрам концерты була. Проект етәксеһе Альбина Хәлиуллина хәбәр итеүенсә, был юлы 80 килограмм ауырлыҡтағы ҙур татлы бәлеш бешерәләр. Фестиваль дүртенсе йыл үткәрелә, элек ул «Бүздәк бәлеше» тип атала ине. Хәҙер инде сара йолаға әүерелгән. 2018 йылда «Бәлешфест» Президент гранттары фондынан федераль грант алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика