09:32 (UTC+5), 13 Май 2019

Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп этабында 62 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы ҡатнаша

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп этабында 62 926 сығарылыш уҡыусыһы ҡатнаша. Ошо хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.
Сығарылыш уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы төп дәүләт имтиханы һәм берҙәм дәүләт имтиханы формаһында үткәрелә.
«Әле Башҡортостанда берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын уҙғарыуҙың төп осорҙарына әҙерлек бара. Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы – 27 майҙан 1 июлгә, ә төп дәүләт имтиханы 24 майҙан 2 июлгә тиклем дауам итә. Тәүгеһенә — 19 787 ҡатнашыусы, икенсеһенә 43 139 уҡыусы теркәлгән», — тип хәбәр итте Илдар Мәүлитбирҙин.
Уның һүҙҙәренсә, министрлыҡ Башҡортостандың федераль кимәлдәге «йәшел ышаныс зона»һына инеүен тәьмин итергә тейешле «юл картаһы»н әҙерләгән (әле республикабыҙ «һары зона»ла). Мәҫәлән, ағымдағы йылда төбәк йәмәғәт күҙәтеүселәре һанын – 43-тән 100 кешегә, муниципаль йәмәғәт күҙәтеүселәрен – 1500-ҙән 1700 кешегә, ситуация үҙәктәрендә эш урындары һанын 70-тән 150-гә тиклем арттырыу ҡаралған.
«Балаларыбыҙ имтихандарҙы яҡшы билдәләренә бирер һәм илебеҙҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инер тип ышанабыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы география һәм әҙәбиәт буйынса тестарҙан башлана. Профилле һәм базалы математика бер көнгә – 29 майға тура килә. Сығарылыш уҡыусылары 3 июндә тағы бер мотлаҡ фәндән – рус теленән һынау тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика