Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
71.58
+0.68
76.83
+0.93
84.92
-0.17
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2019, 09:55

Башҡортостанда аҙна башында көндәр эҫе була

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Алдағы өс көндә республикала эҫе һауа торошо һаҡлана, тип белдерә Башгидромет.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 13 майҙа төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан — секундына 2-7 метр. Һауа температураһы көндөҙ 27-32 градус.
14 майҙа республикала төндә урыны менән, көндөҙ бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 12-17 градус, урыны менән 8 градус йылы. Көндөҙ әүәлгесә эҫе — 25-30 градус.
15 майҙа бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, айырым райондарҙа йәшен. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә — 10-15 градус, урыны менән 5 градус йылы. Көндөҙ — 20-25 градус, Башҡортостостандың көньяғында 15 градусҡа тиклем.
Читайте нас в