11:26 (UTC+5), 08 Мая 2019

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы май байрамдарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Байрам көндәре алдынан Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында республика халҡына һәм туристарға май байрамдарында айырыуса һаҡ булырға, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырып мөрәжәғәт иттеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә.
«Көндәр эҫе тора, ауыл хужалығы, шәхси йорт һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрендә янғындарҙың артыуы күҙәтелә, урмандар яна. Тәбиғәткә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерелә, янғында халыҡтың мөлкәте янып юҡҡа сыға. Ҡоро үлән янған майҙан 7400 гектар тәшкил итте, 800 гектар урман уттан зыян күрҙе», — тине видеомөрәжәғәттә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Латипов.
Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда усаҡ яғыу, ауыл һәм ҡала округтары биләмәләрендә, коллектив баҡсаларҙа, предприятиеларҙа янғын хәүефе сығыу көслө булған эштәр башҡарыу ҡәтғи тыйыла, тип билдәләне ул.
«Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған һәм янғынға юл ҡуйған өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған», — тине ведомство етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика