Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 11:37

Өфөлә сәғәтле фонтанды 12 июндә асыу күҙаллана

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда фонтан төҙөлөшө дауам итә. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, конструкцияны монтажлау эштәре тамамланған, һыу, электр менән тәьмин итеү системаһы тәртипкә килтерелгән. Хәҙер ҡала хеҙмәттәре биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
Вандализм осраҡтарын булдырмау өсөн видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыла.
«Гидродинамик фонтан түңәрәк һауыт рәүешендә була. Фонтан һыуының бейеклеге төрлөсә, уларҙың иң көслөһө хәҙерге ваҡытты күрһәтергә тейеш. Йырлы фонтан төрлө уттар менән йыһазландырыла», — тип һөйләнеләр ведомствола.
Фонтанды Ҡала көнөндә – 12 июндә асыу күҙаллана.
Читайте нас: